Һайланған мәҡәлә
|
Рёкалағы рун яҙмалы таш, көнбайыш яғы
Рун — боронғо германдарҙың яҙмаһы. I—II быуаттарҙан алып XII быуаттар араһында — хәҙерге Дания, Швеция һәм Норвегияла, X—XIII быуаттарҙа — Исландия һәм Гренландияла, ә швед провинцияһы Даларнала XIX быуат башынаса ҡулланылған. Рундар (символдар) ташта, металда, ағаста, һөйәктә ырып, уйып яҙылған, уның үҙенсәлекле ҡырлы формаһы ырып яҙыуға көйләнгән.
Европа илдәрендә христиан дине ҡабул ителгәс, латин яҙмаһы рун яҙмаһын ҡыҫырыҡлап сығарған. «Рун» термины боронғо герман телендәге run («сер») тамырына бәйләп аңлатыла. Донъяла рун хәрефтәренән торған бөтәһе 5 000-ләп яҙыу табылған, шуларҙың иң ҙур өлөшө — Швецияла. Бынан тыш, Урта быуаттарҙағы Европала рун календарҙары булған.
Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, мөйөшләп яҙылған алфавитын да рун тип йөрөтәләр.
↪ дауамы…:
Исемлек (121) | Үҙгәртеү
|
Яҡшы мәҡәлә
|
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (7 февраль 1873 йыл — 1959 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919). Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943).
Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Ейәнсура ауылында тыуған. Әсәһе Йәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһы Сәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар. Ҡартатаһы — Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була. Сығышы менән үҫәргән ырыуы башҡорттарынан.
Башта ауылдарындағы мәсет янындағы мәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙа Ҡазан Император университетының медицина факультетында «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенә, Ырымбур губернаһы Верхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя. Университетҡа тик христиандар ғына алынғас динен алмаштырырға мәжбүр була, һәм христиан динен алып Мстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра, уларҙың өс ҡыҙы тыуа.
1902 йылда Ҡазан губернаһы Тәтеш өйәҙенең Кесе Ялсыҡай ауылының земство дауаханаһына табип итеп тәғәйенләнә. 1903—1913 йылдарҙа Ҡазандың Александровск ҡала дауаханаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләй.
1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылда Варшава ҡалаһына эшкә күсерелә. 1914—1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ординатор булып эшләй.
Юныс Бикбов саҡырыуы буйынса Ырымбурға килә. 1918 йылдың авгусынан алып Башҡорт Хөкүмәтендә эшләй һәм башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәм Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана.
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү
|
|
|
15 май юбилярҙары
|
тулы исемлек
- Биктимеров Әнүәр Нурислам улы (1920—25.10.2000), ғалим-селекционер. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1955 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1982—1985 йылдарҙа лаборатория мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1974). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Шишмә ауылынан.
- Хәзиев Ғәҙелгәрәй Закир улы (1930—12.02.2012), ғалим-ветеринар врач. 1965 йылдан директор урынбаҫары. 1982—2009 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2001 йылға тиклем паразитология һәм вирусология кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995), ветеринария фәндәре докторы (1982), профессор (1986). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре.
- Волошин Николай Дмитриевич (1935), ғалим-инженер-технолог. 1962 йылдан Өфө нефть институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1975—1977 йылдарҙа киске факультет деканы; 1984 йылдан Башҡорт дәүләт университетының дөйөм химик технология һәм аналитик химия кафедраһы, 1986 йылдан — Украинаның Днепродзержинск техник университетының органик булмаған матдәләр технологияһы кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1984). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Әлебай ауылынан.
- Иҫәкәев Иҫлебай Иҫәкәй улы (1935—30.11.1998), ғалим-агроном. 1983 йылдан Ямал ауыл хужалығы тәжрибә станцияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре, бүлек мөдире, 1998 йылдан — «Ямал аграр фәне» ғилми производство предприятие (икеһе лә — Салехардта) директоры. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Түбән Таҡыя ауылынан.
- Ҡыуатов Салауат Сафый улы (1955), ғалим-табип, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре. 2008 йылдан Өфөләге 17-се балалар клиник дауаханаһының баш табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
- Шихов Николай Михайлович (1960), оркестр артисы, юғары һәм махсус урта мәктәп уҡытыусыһы. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының әйҙәүсе сәхнә оҫтаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2014).
|
|